Кино

17.05.2019

17 май Абзан ауылы мәҙәниәт йортонда Беренсе Республика исемле күренекле режиссер дан артыҡ башҡорт фильмдарын төшөрөүсе Б.Йосоповтың нәфис фильмы күрһәтелде. Башҡортостандың беренсе президенты М.Рәхимов етәкләгән Урал фонды ярҙамы менән тамашасыларға бушлай тәҡдим ителде. 

Сценарий авторҙарының береһе Гөлсәсәк Саламатова фильм менән таныштырҙы. Фильм беҙҙе ҡәһәрле йылғы тетрәндергес ваҡиғаларға әйленеп ҡайтырға мәжбүр итте. Нахаҡҡа ғәйепләнгән дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, театр артистары, композиторҙарҙың фәжиғәле яҙмышын һүрәтләгән был фильм бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Фильмды ҡараусыларҙың күҙҙәрендәге йәштәр ана шул турала һөйләйҙәр. Фильм аҙағында ауыл халҡының рәхмәте, йылы һүҙҙәре Өфө ҡунаҡтарына хуш килде. Төп ролде башҡарыусы Абзан мәктәбе сығарылыусыһы Роберт Йылҡыбаевтың уйнауы икеләтә ҡыуаныслы булды.


Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 04.06.2019

Дата обновления: 04.06.2019

Дата публикации: 17.05.2019

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».