Туған телдәр көнөнә арналған саралар

21.02.2020

21 февраль көнө балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Йөрәк һүҙем еңеү хаҡында...» исемле яттан шиғыр һөйләүселәр район конкурсы ойошторолдо.

   Был сараны 2020 йыл Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылы, Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителеүе сиктәрендә, 21 февраль- Туған телдәр көнөнә арнап Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге «Ейәнсура таңдары» гәзите менән берлектә үткәрҙе. Район мәктәптәренән бөтәһе 56 уҡыусы көс һынап ҡарарға йыйылды. Абзан мәктәбенән биш һүҙ оҫтаһы ҡатнашты: Ҡыуатова Илмира (8 класс), Хөсәйенов Рәмзил (7 класс), Булатасов Сыңғыҙ (3 класс), Ишмөхәмәтова Анжела (2 класс) һәм Айлина (2 класс). Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Ҡыуатова Илмира II урын яуланы (етәксеһе Ҡарабулатова Г.Ш.), ә Булатасов Сыңғыҙ Иң лирик башҡарыусы” номинацияһына лайыҡ булды (етәксеһе Бикбулатова Г.Ә). Ҡотлайбыҙ! Күңелегеҙҙә һүҙ сәнғәтенә, әҙәбиәткә, шиғриәткә булған һөйөү һүнмәһен!

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 01.03.2020

Дата обновления: 01.03.2020

Дата публикации: 21.02.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».