Һуңғы ҡыңғырау

27.05.2019

Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәбебеҙ үҙенең ҡарлуғастарын – 11–се синыф уҡыусыларын – ҙур тормош киңлектәренә осорҙо. Мәктәпте тамамлаусы 13 уҡыусыүҙҙәренең класс етәкселәре Айгөл Әхсән ҡыҙы менән музыка аҫтында тантаналы линейка алдына сығып баҫтылар. Шулай уҡ был көндә 9-сы синыф уҡыусыларының да күптәренә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Был сараға район хөкөмәте  башлығы урынбаҫары Аҡбутин Р.  һәм Абзан ауылы биләмәһе башлығы Бикбулатов Н.Х. килеүҙәре ҙур мәртәбә булды. Сығыштар йыр-бейеү менән аралашып барҙы. Мәктәп директоры  Булатасова С.А. мәктәп олимпиадаларында, МАН-да ҡатнашып, призлы урындар алған уҡыусыларға маҡтау грамоталары һәм  аҡсалата дәртләндереү премиялары тапшырҙы. Шундай уҡ традицияға ингән Мәһәҙиевтар премияһын мәктәпте тамамлаусы 3 уҡыу алдынғыһына Мәһәҙиев Илфат Барис улы тапшырҙы. Был аҡсалата бүләкләнеүгә И., Ә., И. лайыҡ булдылар. Ә инде Мырҙабулатовтар премияһына йыл буйы мәктәп, район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм призлы урындар алған  10 уҡыусыға тапшырылды.

Ветеран уҡытыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә килеүҙәре һуңғы ҡыңғырау байрамына йәм өҫтәне.

Ә инде тәүге уҡытыусылары Бикбаева Ф.Г. – ның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

Һуңғы ҡыңғырау сыңы бәхетле бала саҡты, онотолмаҫ мәктәп йылдарының сыңы булып һәр уҡыусының хәтерендә ҡалһын! Һуңғы ҡыңғырау 11-селәргә алда торған бөйөк эштәргә саҡырыу булып яңғыраһын!


Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 04.06.2019

Дата обновления: 04.06.2019

Дата публикации: 27.05.2019

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».