Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

18.05.2019

18 май көнө Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдиме менән диктант тәүге тапҡыр халыҡ-ара статусында уҙҙы. Тәүҙә ойоштороусылар акцияла Рәсәйҙән, Ҡаҙағстан, Канаданан, Төркиәнән, АҠШ-тан, Франциянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Швейцариянан, Польшанан, Испаниянан, Италиянан, Швециянан 20 меңләп кеше ҡатнашыры күҙалланған. Һөҙөмтә көтөлмәгәндән дә юғарыраҡ булған. 

Диктантты Өфөлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Хәбиров та яҙҙы. Ә инде беҙҙең Абзан аыулында был диктантты яҙыуҙа 60-тан ашыу уҡыусы, уҡытыусылар ҡатнашты. Абзан ауылы биләмәһе башлығы Бикбулатов Нурғәли Хажиғәле улыныңиҡатнашыуы был сараның мәртәбәһен арттырҙы. Ауыл халҡы исеменән Ғәйнуллина Фәниә Биктимер ҡыҙының диктант яҙырға килеүе ҡыуаныслы күренеш булды. Киләсәктә диктант яҙыусылар һаны тағы ла артыр  тип өмөтләнәбеҙ.

Просмотров всего: , сегодня: Хочу такой сайт

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 04.06.2019

Дата обновления: 04.06.2019

Дата публикации: 18.05.2019

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».