19.10.2019
Был осорҙа беҙҙең республикала
оло байрамдар булып үтте. Башҡортостан суверенитеты көнө һәм Мостай Кәримдең
тыуыуына 100 йыл. Ошо байрамдар айҡанлы 19 октябрь шәмбе көндө Абзан мәктәбендә
бик күңелле һәм фәһемле «Этношәмбе» тип исемләнгән сара үтте. Был сара башҡорт
телендә тоталь диктант яҙыу менән дә бәйле ине. Иң тәүҙә уҡыусылар төрлө
темаларға бағышланған класс сәғәттәренә таралышты. Уҡытыусылар уҡыусылар менән
башҡорт милли кейемдәре, милли йолалары, аш-һыуҙары, байрамдары, уйындары, традициялары,
Башҡортостан территориялары тураһында, хатта Башҡортостаныбыҙҙың шифалы дарыу
үләндәре тураһында әңгәмәләр алып барҙылар. 6-сы класс уҡыусылары элекке
башҡорт ерҙәренең территорияһын өйрәнделәр. 5-се класс төрлө шифалы үләндәрҙе
ҡайнатып, уларҙың дауаһы тураһында сәй
йолаһы үткәрһә, 9-сы а һәм 10-сы класс уҡыусылары аулаҡ өй күренешен сәхнәләштерҙе,
милли уйындар уйнанылар, таҡмаҡтар әйтештеләр һәм иң аҙаҡтан ,табын әҙерләп,
милли аҙыҡтар менән сәй эстеләр. 8-се кластар этноматематика тураһында
һөйләшһәләр, 7-се класс уҡыусылары сит ил граждандарының башҡорт телен
өйрәнеүҙәре тураһында видеояҙмалар ҡаранылар. 9б һәм 11-се кластар боронғо
башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының һәм ир-егеттәренең милли кейемдәренә тулыһынса байҡау
яһанылар, һүрәттәргә ҡарап боронғо кейемдәрҙең исемдәрен иҫкә төшөрҙөләр. Ә
бына башланғыс кластарҙа үткәрелгән әңгәмәләр «Башҡорт телендә һөйләшәм” темаһына
булды. Кескәйҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижады менән танышты,
“Мин башҡорт телендә һөйләшәм” тип
аталған йыр өйрәнделәр, башҡорт халыҡ милли аш-һыуҙары менән дә таныштылар.
Класс сәғәттәре үткәс, уҡыусылар һәм
уҡытыусылар күмәкләшеп, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме” тип исемләнгән
әҫәренән алынған өҙөктән диктант яҙҙылар. 5-8- се кластарға Ҡарабулатова Гөлкәй
Шәһәҙәт ҡыҙы, ә 9-11-се кластарға Йылҡыбаева Гөлназ Рәүф ҡыҙы диктант яҙҙырҙы.
Уҡытыусылар ҙа был саранан артта ҡалманы, уҡыусылар менән бергәләп диктант
яҙҙылар.
Сара бының менән генә бөтмәне. Мәктәп алдында
балалар менән “Мин башҡорт” тип исемләнгән тере яҙыу ойошторолдо. Был барыһына
ла оҡшаны, сөнки ошо минуттарҙа һәр бала, һәр уҡытыусы ҡулға- ҡул тотоношоп,
бер-береһенә ҡарап «Мин башҡорт! Мин башҡортса һөйләшәм!» тип күңелдәрендәге
ихлас һүҙҙәрен еткерҙе. Иң аҙаҡтан уҡыусылар “Яратам һине тыуған Башҡортостан!»
тип исемләнгән йырға күңелле флешмоб үткәрҙеләр.
Барлыҡ класс
етәкселәренә был сараны үткәргәнгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ысынлап та бындай сараларҙың үтеүе
беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт теле. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк
кешеләр һөйләшкән, ижад иткән. Тыуған илдең һауаһы, тәбиғәте, ҡышҡы бурандары
һәм йәйге ямғырҙарының матурлығы башҡорттоң йырҙарында, моңло көйҙәрендә,
сәсәндәр ижадында яңғырай. Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел,
ә уның бөтә тарихы, тормошо, иленә һәм халҡына булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Беҙҙең бурыс барыһын да киләсәккә еткереү. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде
өйрәнеү!
Битараф булмайыҡ, һаҡлайыҡ телебеҙҙе!
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 22.10.2019
Дата обновления: 22.10.2019
Дата публикации: 19.10.2019