Олимпиадалар

13.01.2020

Һәр йылдағыса, уҡыусы балаларҙың ҡышҡы каникулында төрлө саралар ойошторола. Спорт ярыштары, мәҙәни сараларҙан тыш, уҡыусылар белемдәрен дә һынай. Мәҫәлән 9 – 11 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә VIII-XI класс уҡыусылары араһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.

Был ярышта бөтә республиканан һәм Силәбе, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәһенән 395 егет һәм ҡыҙ һынау тотҙан.

Конкурсанттар өсөн яңылыҡ бар – уларҙың һәр береһе “Башҡорт телен пропагандалау буйынса уҡыусыларҙың проект эше” тигән теманы яҡлай, бынан тыш уҡыусылар инша яҙа, викторина һорауҙарына яуап бирә.

Беҙҙең мәктәптең 10 класс уҡыусыһы Ҡ. И. өсөнсө йыл рәттән был олимпиадала ҡатнаша. Ул быйыл да һынатманы. Ярышта күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Мәғариф министырлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

“Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткән көндәрҙә уҡытыусылар өсөн дә бай программа тәҡдим ителде,”- ти И. етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йылҡыбаева Гәолназ Рүеф ҡыҙы. Уҡытыусылар хеҙмәттәштәренең алдынғы эш тәжрибәһе менән танышҡан, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараған Иң ҡыҙығы: үҙҙәре лә һынау тотоп, белемдәрен тикшергән. Башҡортостан Республикаһының башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы менән берлектә улар өсөн ижади викторинан ойошторған. 97 уҡытыусы араһында барған ярышта Гөлназ Рәүеф ҡыҙы лайыҡлы 3 урын алды. Ошондай уҡытыусылар һәм уҡыусылар беҙҙең мәктәп данын арттыра ла инде.Хочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 23.01.2020

Дата обновления: 23.01.2020

Дата публикации: 13.01.2020

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».