09.05.2021
Данлы байрам менән, ауылдаштар!
Абзан ауылының үҙәк майҙанында Еңеү байрамына арналған тантана булып үтте. Сарала ҡатнашыусылар ветерандарыбыҙға баш эйеп, батырҙарса һәләк булғандарын иҫкә алып, бәхетле, тыныс илдә йәшәүҙәренә рәхмәттәрен еткерҙе. Обелискка венок һалғандан һуң ауыл халҡы, килгән кунаҡтар культура йортонда бик матур, йөкмәткеле концерт ҡаранылар. Гөлнара Аминовна етәкселек иткән синыф уҡыусыларының, Миләш балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары тамашасыларға бик оҡшаны
Дата создания: 09.05.2021
Дата обновления: 09.05.2021
Дата публикации: 09.05.2021