Шахмат турниры

18.02.2022

Абзан урта мәктәбендә педагогик хеҙмәт ветераны Байназаров Миҙхәт Зиннәт улы иҫтәлегенә арналған шахмат турниры үтте. Унда Яңыбай, Байыш ауыл биләмәләренең көслө шахматсылары, шахмат уйыны менән мауыҡҡан Абзан мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
Ярыш башланыр алдынан М. Байназаровтың педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге иҫкә алынды, Абзан ауылының иң көслө шахматсыларының береһе Рифҡәт Хаммат улы Аҫылбаевты иҫтәлекле юбилейы – 65 йәше тулыуы менән Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов, Иҫәнғолдан шахмат ярышының бағымсыһы Юлай Сафа улы Аҡбашев, Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев ҡотлап үттеләр.
Турнир түңәрәк әйләнәһе системаһы буйынса үтте. Уҡыусылар араһында иң күп мәрәй йыйнап Әмирхан Вәлиев еңеүсе булды. Икенсе урында – Айсыуаҡ Вәлиев булһа, 3-сө урынды тигеҙ мәрәй йыйнаған Илгизәр Ҡылысбаев менән Нәфис Бикбулатов бүлеште. Ҡыҙҙар араһында 1-се һәм 2-се урындарға Аҫылбаева Гөлдәр менән Ишеғолова Вилена сыҡты.
Тәжрибәле шахматсылар араһында 1-се урынды Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһынан килгән ҡунаҡ Басир Шәһивәлиев алды. Икенсе урынды Сирғол ауылынан Шәкир Хәсәнов яуланы, 3-сө урын Абзан ауылынан Барис Мәһәҙиевҡа бирелде.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы администрацияһының Маҡтау грамоталары, ярыштың төп бағымсыһы Ю. Аҡбашевтың иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 20.02.2022Хочу такой сайт

Дата обновления: 20.02.2022

Дата публикации: 18.02.2022

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».