21.02.2022
Телгә һөйөү тәрбиәләү бәләкәйҙән башланырға һәм артабан эҙмә-эҙлекле, маҡсатлы үҫтерелергә тейеш. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән. Ошо йәһәттән беҙҙең мәктәптә йыл һайын бик матур тел байрамы үтә. Мәктәпте тамамлағас та беҙҙең уҡыусыларыбыҙ туған теле менән ғорурланыр, илебеҙҙең, телебеҙҙең данын арттырыр, милләтебеҙҙең лайыҡлы вәкилдәре булыр тип ышанабыҙ, өмөтләнәбеҙ. Шуныһы ҡыуаныс, 2020 йыл – “Башҡорт теле йылы”, 2021 йыл “Башҡорт тарихы йылы” булды, 2022 йыл иһә “Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы” тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән күп төрлө матур байрамдар, саралар, интернет селтәрҙәрендә төрлө конкурстар, флешмобтар уҙғарыла һәм был мөһим сараларҙа уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаша. Мифтахетдин Аҡмулла, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов ... Улар – һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, рухыбыҙҙа, һәр саҡ халыҡ менән! Олуғ шәхестәребеҙҙең ҡанатлы һүҙҙәре күңелдәрҙе елкендереп, халҡыбыҙҙы алға әйҙәй, рухын ҡотайта. Ә беҙҙең уҡытыу эшмәкәрлегебеҙ тағы ла йәнләнә бара, күңелдәргә йылылыҡ бөркөлә, сәмләнеп, дәртләнеп эшлә лә эшлә генә! Туған телде ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, балаларыбыҙҙы ата-бабалар теленән мәхрүм итмәйек, гәзит-журналдар уҡыйыҡ, рәхәтләнеп саф башҡортса һөйләшәйек – барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда!
Просмотров всего: , сегодня: